Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһы өсөн алмаш өлөштәр етештереү предприятиеһы эш башланы

Яңы цехты асыу тантанаһы Өфөлә ойошторолған «Агрокомлекс» халыҡ-ара форумы сиктәрендә уҙҙы. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй ауылы хужалығы министрлығы Департаменты етәксеһе Роман Некрасов, сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән эксперттар, ауыл хужалығы вәкилдәре ҡатнашты. Форумда аграр тармаҡтағы һуңғы яңылыҡтар менән танышырға мөмкин. Заманса эш алымдары хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ҡоротҡостарҙың бәләкәйе, ҙуры юҡ. Уларҙың һәр береһе тир түгеп үҫтерелгән  үҫемлектәрҙе юҡ итеүе, уңышһыҙ ҡалдырыуы ихтимал. Шуға күрә лә белгестәр заманса технологияларҙы даими үҙләштереү яҡлы. Бынан тыш, сәселгән орлоҡтоң сифаты ла мөһим.  Мул уңыштың сере күп осраҡта ниндәй сортты һайлауға, уның беҙҙең тәбиғәт шарттарына яраҡлаштырылыуына, ҡоротҡостарға бирешмәүенә лә бәйле.

Белгестәр фекеренсә,  үҫемлекселек,баҫыусылыҡ хаҡында һүҙ барғанда минераль ашламалар хаҡында ла оноторға ярамай.  Хужалыҡтар күп осраҡта матди сығымдарҙан ҡасып ерҙең уңдырышлығын күтәреү өҫтөндә эшләмәй. Һөҙөмтәлә, уңыш күләме кәмей, сығымдар үҙен аҡламай. Республикала  бер гектарға индерелгән минераль ашламалар ҡаралған норманан өс тапҡырға кәмерәк.

Күргәҙмәләге һәр экспозиция береһе аграр тармаҡты үҫтереүгә, ер кешеһенең хеҙмәтен еңеләйтеүгә, эш ваҡытын ҡыҫҡартыуға йүнәлтелгән. Мәҫәлән, «Башсельхозтехника» компанияһы республика райондарын ауыл хужалығы техникаһы тәьмин итеүсе, ремонтлау, хеҙмәтләндереү эшен алып барған төп предприятие булып тора. Улар әйтеүенсә, әле Башҡортостан  хужалыҡтары техника паркын яңыртыуға ныҡлы иғтибар бирә, дәүләт тарафынан да субсидиялар ҡаралған. Ә күргәҙмәлә яңы техника өлгөләре менән танышырға була.

Күргәҙмә сиктәрендә  Өфө районында  ауыл хужалығы техникаһына запас өлөштәр етештереү цехы ла асылды. Был инвестиция сәғәтендә ҡаралған проекттарҙың береһе, уны сафҡа индереүгә 220 миллион һум инвестиция һалынған,  30 эш урыны асылған.  Радий Хәбиров билдәләүенсә, пандемияға ҡарамаҫтан аграр тармаҡ алға бара.

Күргәҙмәлә етештереүселәр үҙ продукцияһын да тәҡдим итә. Эшҡыуарҙар әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа дәүләт ярҙамы арта, был үҙ сиратында яңы үҫеш мөмкинлектәре аса.

«Агрокомплекс» халыҡ-ара форумы һәм күргәҙмәһе йыл һайын ойошторола. Быйыл экспозициялар 16 мең квадрат метр майҙанды биләй, унда Рәсәйҙең 37 төбәгенән 300-ҙән ашыу компания ҡатнаша.  Күргәҙмә 26 мартҡа тиклем эшләй.

Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн ял йәки байрам тигән төшөнсә юҡ. Улар йыл әйләнәһенә эш өҫтөндә, сәсеү, ураҡ, техника әҙерләү кеүек эштәр бер-береһенә бәйләнеп бара. Әммә бында йылдар буйы тупланған тәжрибә генә етмәй,  алдынғылыр рәтенә сығыу өсөн уңышлы эш алымдары үҙләштереү,  яңы технологияларҙы ҡулланыу мотлаҡ. Заман аграр тармаҡтан да даими үҫеш, яңыса фекерләүҙе талап итә.

Фото №1 - Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһы өсөн алмаш өлөштәр етештереү предприятиеһы эш башланы

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ