Башкиравтодор филиалдарының береһе быйыл производствоһын яңыртыуға өлгәшкән. Яңы фильтр ҡоролмалары ҡуйылыуы һауаға сәнәғәт ҡалдыҡтарын сығарып ташлауҙан сикләй. Көндәр тотороҡланыу менән юл ремонт эштәре башланыр тип көтөлә.
Барыһы ла аш-һыу бүлмәһендәге кеүек. Тик аҙыҡ-түлек урынына тау-таш тоҡомо. Килтерелгән сеймал тәүҙә киптерелә, бутала, һуңынан 16 тонналыҡ пресҡа оҙатыла. Асфальт-бетон ҡатнашмаһын тикшереү өсөн кәмендә 15 төр өлгө талап ителә. Буласаҡ юл япмаһының сифат күрһәткесе ошонан сығып баһалана ла инде.
Шишмә юл ремонт төҙөлөш идаралығы Башкиравтодор предприятиеһы филиалдарының береһе. Яңы эш миҙгеле алдынан етәкселек заводтың модернизация үтеүен билдәләй. Яңыртылған фильтр ҡоролмалары атмосфера ҡатламына ташланған сәнәғәт ҡалдыҡтары күләмен кәметә. Был объект өсөн бик тә мөһим. Сөнки идаралыҡ ауыл ситендә урынлашҡан. Предприятие биләмәһендә лаборатория, административ бина, шулай уҡ тимер юлы менән килтерелгән сеймал бушатыр урын да бар. Техника ла йылы бокстарҙа һаҡлана.
Ваҡ таш Белорет һәм Салауат районы карьерҙарынан килтерелә. Апрелдән октябргәсә 40 тонна самаһы асфальт-бетон ҡатнашмаһы әҙерләнә. 1 апрелгә Башкиравтодвор предприятиеһы республикала 26 заводтын эш башлауын күҙаллай.
Шишмә юл- ремонт төҙөлөш идаралығы быйыл «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» программаһы сиктәрендә Шишмә ауылының үҙәк урамдарын төҙөкләндерергә ниәтләй. Төбәк әһәмиәтендәге Урал – Шишмә – Аксенов – Ҡырғыҙ – Миәкә юлының 4 саҡрым арауыҡты яңыртыу көтөлә.
Азат Ғәлиуллин






