Пермь крайында йәшәгән башҡорттарҙы тарихи әҙәбиәттә “Тол буйы башҡорттары”, “ғәйнәләр” тип, ә инде биләмәләре буйынса “иң төньяҡ башҡорттар”, тип йөрөтәләр. Крайҙа башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙғарылды. Бер нисә сараны үҙ эсенә алды ул. Мәҙәниәт көндәре Барҙа районының Төнгүк ауылында Ғәйнә башҡорттарына арналған конференциянан башланды.
Унда ике төбәктең дә профилле мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтары вәкилдәре, тарихсылар, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты.
2020 йылдың көҙөндә Барҙа ауылы гимназияһында Башҡортостан Башлығы Грантына йәкшәмбе мәктәбе ойошторолғайны. Был юлы Ельпачихала ла шундай уҡ мәктәп асылыу тураһында ике төбәк мәғариф учреждениелары араһында Килешеү төҙөлдө. Йәкшәмбе мәктәбенә республика исеменән интерактив таҡта, проектор, ноутбук һәм китаптар тапшырылды.
Ғәйнәләр күптән үҙҙәренең йыйынын үткәреп, үҙҙәренә башлыҡ һайлап, йәшәп яталар. Ғалимдарҙың бик йөкмәткеле сығыштары булды. Һин Ғәйнә булһаң, һин башҡорт ҡына була алаһың. Ғәйнә булһаң, икенсе милләт була алмайһың. Сөнки, Ғәйнәләр бик боронғо халыҡтарҙың береһе. Һәм бында башҡорт ҡоролтайы ла бик әүҙем эшләй.
2021 йылда Пермь крайынан 5 педагог башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерер өсөн өҫтәлмә профессиональ белем алыу курстарында уҡырға теләк белдергән. Нисә йылдар әсә теле – ғәйнә теле уҡытылмаһа ла ғәйнәләр туған телен һис кенә лә онотмаған. Халыҡ менән аралашҡанда, урындағы һәүәҫкәр артситарҙың сығыштарында яңғырай ул тел.
2020 йылда Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы Рәсәй йәмәғәт ойошмалары араһында иң яҡшы ойошмаларҙың береһе тип табылды. Улар Рәсәй, край, Башҡортостан Республикаһы Гранттарын яҡлау буйынса әүҙем эшләй. Мәҫәлән, бына ошо ике китап - “Ғәйнә башҡорттарының Барҙа һүҙлеге” һәм шағир Наил Ғабдушевтың шиғырҙары Башҡортостан Башлығы Грантына ғәйнә телендә нәшер ителгән.
Ғәйнәләрҙән исемдәре Рәсәй тарихына ингән шәхестәр бик күп. Ғәйнә олоҫо старшинаһы, Емельян Пугачевтың полковнигы, Өфө провинцияһы башҡорттарынан Уложенный комиссия депутаты Туҡтамыш Ишбулатов. Мәғдән сығарыусы, Рәсәйҙә Санкт-Петербургта тәүге Тау училищеһын асҡан кеше - Исмәғил Тасимов. Ул Ҡуян ауылы аҫабаһы. Ҡуян ауыл клубы диуарына атаҡлы сәнәғәтсегә иҫтәлекле таҡтаташ асылды.
Мәҙәниәт көндәрендә «Аҡбуҙат» журналы мөхәрририәте һәр ауылда балалар менән осрашыуҙар ойошторҙо, «Тамыр» балалар студияһы «Нурбостан» йәнһүрәтен презентацияланы, «Башҡорт йыры» концерты ҡуйылды һәм әле генә донъя күргән “Өс таған” фильмы күрһәтелде.
Рәшиҙә Ишембәтова




