Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министрлығы Өфө дәүләт авиация-техник һәм Башҡорт дәүләт университеттарын берләштәреү башланғысын хупланы. Ведомство етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Афанасьев белдереүенсә, республикала мәғариф учреждениелары, етештереү предприятиелары һәм власть органдары араһында хеҙмәттәшлек булдырылған.
Республика башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, мәғариф өлкәһендә Фән һәм юғары белем биреү министрлығы менән тығыҙ эш алып барыла.
Өфө дәүләт авиация-техник һәм Башҡорт дәүләт университеттарын берләштереүгә ил президенты Владимир Путин хуплау белдерҙе.




