Үҙәк банктан хәбәр итеүҙәренсә, был эш киләһе йылда башлана, 2025 йылға тиклем дауам итә. Купюраларҙың төҫө, шулай уҡ уларҙа төшөрөлгән ҡалалар үҙгәрә. Банкноталарҙа һәр федераль округтағы иҫтәлекле урындар һүрәтләнә. Иң беренсе булып 100 һумлыҡ купюра яңыра. Әлегә тиклем сығарылған аҡса 2035 йылға тиклем әйләнештә ҡала.






