Быйыл июлдә республикала Бөтә донъя Фольклориадаһы үтә. Халыҡ-ара мәҙәниәт фестивалендә байтаҡ илдәрҙән халыҡ ынйыларын башҡарыусылар ҡатнаша. Уларға ярҙам итеү маҡсатында ирекмәндәр туплау башланды. Башҡортостан волонтерҙар хәрәкәте үҙәге етәксеһе Илшат Биҡҡолов.
Бөтә донъя Фольклориадаһы 4 йылға бер тапҡыр ойошторола. Ул мәҙәни мираҫ өлгөләрен күрһәтеү һәм һаҡлау маҡсатында уҙғарыла.




