Ятып ҡалғансы, атып ҡал. Асы ауыл биләмәһендә әүҙем халыҡ йәшәй. Улар йыл һайын Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнаша. Быға тиклем бағыусылар һәм республика ярҙамы менән трактор һатып алғандар һәм спорт майҙансығы булдырғандар. “Быйыл программала Берештәр ҡатнаша”, - ти Асы ауыл биләмәһе башлығы Венер Йосопов.






