Бөгөн Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа уҙған түңәрәк өҫтәлдә ауыл ерендәге спорт мәктәптәренә бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Республика “Олимпия резервы” спорт мәктәбе етәксеһе Марсель Йосопов төп проблемаларҙы атаны.
Түңәрәк өҫтәлдә балалар спортын финанслау, ГТО нормативтарын тапшырыуҙа яңы технологиялар ҡулланыу, ауыл спорты өсөн тренерҙар әҙерләү кеүек мәсьәләләр ҡаралды.






