Шаран районы Дүртөйлө ауылында йәшәүсе Илья Кузнецов һөнәре буйынса ташсы булһа ла, буш ваҡытын ағастан төрлө кәрәк-яраҡтар яһауға арнай. Һәр нәмәне күңел йылыһын биреп эшләгән оҫта үҙенең ҡул эштәрен заман талаптарынан сығып камиллаштыра. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлдәриә Йосопова әҙерләгән яҙмала.
Быйылғы ҡарлы ҡышта Дүртөйлө оҫтаһы Илья Кузнецов яһаған оло көрәктәргә ауылдаштар араһында һорау ҙур булған. Балта эштәре менән Илья үҙен белгәне бирле шөғөлләнә. Тәүҙә ул ябай табурет, эскәмйәләр эшләп ҡарай. Һуңғараҡ ҡатмарлыраҡ әйберҙәр яһау, уларҙы камиллаштырып тороу теләге уяна.
Илья Кузнецовтың оҫтаханаһында һәр әйбер үҙ урынында. Хужа заманса эш ҡоралдарына аҡсаһын йәлләмәй. Улар ни тиклем сифатлыраҡ булһа, эшләнгән әйбер ҙә камилыраҡ була, тигән фекерҙә.
Дүртөйлө ауылында Илья Кузнецовтың үҙенең уҡыусылары ла бар. Күршеһе Алексей Ғәзиев менән эш тәжрибәһен ихлас уртаҡлаша.
Ҡул эштәре өсөн ағастарҙы Илья Кузнецов йыл әйләнәһенә әҙерләй. Сеймал йәйгеһен хужаның иркен урамында, ҡышҡыһын оҫтаханалағы мейес башында киптерелә. Һуңынан инде, ябай ағастар йә йыйылмалы ултырғысҡа йәки эскәмйәгә, йә балалар карауаты менән уйынсыҡ бәүелсәккә әйләнә. Һуңғыһы хатта бер юлы өс тәғәйенләнеште үтәй ала.
Гөлдәриә Йосопова






