Башҡортостан уҡыусылары пилотһыҙ автомобилдәргә арналған «һанлы дәрес»тә ҡатнаша ала

Тәүгеләрҙән булып был мөмкинлек менән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем алыусылар ҡулланды. Улар менән бергә парта артына төрлө ведомство етәкселәре лә ултырҙы. Уҡытыусы ролендә илдең алдынғы айти-компания вәкиле сығыш яһаны. Асыҡ дәресте БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин д күҙәтте.

Водителде йоҡонан уятырлыҡ ҡына түгел, хатта, пассажир урынына ултыртырлыҡ техник мөмкинлектәр заманы етте. Киләсәк транспорты - пилотһыҙ автомобилдәр яңылыҡ түгел. «Һанлы дәрес»тә ҡатнашыусылар машинаның нисек ҡоролоуы, уға хәүефһеҙ маршрут төҙөүгә булышлыҡ иткән процестар менән яҡындан танышты.

«Һанлы дәрес» Рәсәйҙә өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Мәғариф проекты сиктәрендә  алдынғы it-компаниялар мәктәп уҡыусылары өсөн төрлө күнекмәләр әҙерләй, программалауға бәйле яңылыҡтар менән таныштыра. Был дәрестәр үҙенә күрә күләмле  профориентация эше лә. Әйткәндәй, «Яндекс» компанияһы мәғариф сараһын өсөнсө йыл уңышлы уҙғара.

Пилотһыҙ технологияларҙы беҙ 2017 йылдан тормошҡа ашырабыҙ. Автопаркта 160-тан ашыу машина. Был йүнәлеш ҙур күләмдә интеллектуаль һәм ресурс сығымдар  талап итә. Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә балаларға компанияның алдынғы технологиялары тураһында һөйләйбеҙ. Һәр кем «һанлы дәрес» сайтына инеп, үҙаллы белемен камиллаштыра ала.

Башҡортостан уҡыусылары пилотһыҙ автомобилдәргә арналған «һанлы дәрес»тә ҡатнаша ала

Интерактив тренажерҙа эште тамамлағандан һуң, балалар пилотһыҙ транспорт өҫтөндә эшләүсе инженер үҙәк белгестәренә һорауҙарын еткерә алды. Мәскәү белгестәре менән тура бәйләнеш ойошторолдо. Шулай уҡ уҡыусылар алдында Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин менән Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин да сығыш яһаны.

Теүәл бер йыл элек беҙ дистанцион белем биреү технологиялары тормошҡа, мәктәпкә ныҡлы үтеп инер тип уйламаныҡ та. Бөгөн педагогтарҙың 90 проценты һөнәри эшмәкәрлегендә һанлы технологиялар ҡулланып эшләй ала, балалар тулыһынса әҙер, шулай ҙа һуңғыларының девайсҡа мохтажлығы бар. Милли проект сиктәрендә 2024 йылға тиклем 1109 мәктәп һанлы мәғариф комплекстар менән тәьмин ителәсәк.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры

Гимназияға килгәндә, һуңғы йылдарҙа уҡыусылар араһында программалау, айти-технологиялар менән ҡыҙыҡһыныусылар артыуы билдәләнде.

Гимназияла һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә лә белгестәр әҙерләнә. Башҡорт дәүләт медицина университеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Быйыл көҙ белем усағында уҡыу симуляция үҙәге асыу планлаштырылған.

Фото №1 - Башҡортостан уҡыусылары пилотһыҙ автомобилдәргә арналған «һанлы дәрес»тә ҡатнаша ала
Башбат

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ