Башҡортостанда «Һуғыш балалары» тураһындағы закон үҙ көсөнә инә

Был турала Республика башлығы бөгөн « Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк активы семинарында белдерҙе.

«Һуғыш балалары» тураһындағы закон проекты «Берҙәм Рәсәй» фракцияһының Башҡортостан бүлексәһе депутаттары тарафынан тәҡдим ителгән. Документҡа ярашлы, был категорияға айырым статус биреү ҡарала. Уға 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған кешеләр инә.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, был осорҙа донъяға килгәндәрҙең бала сағы булмай, улар ата-әсәләрен юғалта, дәһшәтле йылдарҙың бар михнәтен үҙ иңендә кисерә. Башҡортостанда һуғыш балаларының иҫәбе 189 меңдән ашыу, уларҙың 13 меңе бер ниндәй ташламалар менән дә файҙаланмай

 Республика башлығы парламенттан ҡануни документты тиҙерәк ҡабул итеүҙәрен һораны. Законды ғәмәлгә индереү Республикала иғлан ителгән Һаулыҡ һәм оҙон әүҙем ғүмер йылында, һуғыш башланыуҙың 80 йыллығы алдынан бик әһәмиәтле, тине Радий Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостанда «Һуғыш балалары» тураһындағы закон үҙ көсөнә инә

Рәмзиә Кәримова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ