Республика перинаталь үҙәктә ҡатмарлы әмәлиәт башҡарылды. Пациенттың аналығына бала яҫтығы йәбешеп үҫкән була, патология ҙур күләмдә ҡан юғалтыуҙарға килтереүе ихтимал. Был осраҡта берҙән-бер ысул - хирургик ярҙам. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Руслан Ғарифуллин ике кеше ғүмере ҡотҡарған табиптарҙың береһе. Әсә менән сабыйҙы ул перинаталь үҙәктән оло ҡыуаныс менән оҙата. Ишек артында иһә баланың атаһы тулҡынлана, ҡатынын ул теүәл бер ай күрмәһә, улын тәүге тапҡыр ҡулына аласаҡ.
Баланы кесарь киҫеме ярҙамында алырға тура килгән, сөнки ҡатындың аналығына плацента йәбешеп үҫкән була. Бик һирәк осрай торған патология. Табиптар пациенттың ағзаһын һаҡлап ҡалыр өсөн ҡатмарлы операция яһай.
Аналыҡтың ҡан менән тәьмин ителеүе ваҡытлыса туҡтатыла, был үҙ сиратында хәүефһеҙ рәүештә кесарь киҫеме яһау мөмкинлеге бирә. Сөнки кире осраҡта пациент күп ҡан юғалтыр ине. Республика перинаталь үҙәктә бындай әмәлиәт – тәүге тәжрибә.
Быға тиклем табиптарға радикаль сара ҡулланып, аналыҡты алып ташларға тура килгән. Ҡатмарлы әмәлиәт иһә ҡатындарға йәнә әсә булыу бәхетен бүләк итә.
Улын ҡулға алғас та, бәхетле атай уны ҡосағынан айырырға теләмәне. Шаймәрҙәновтар сабыйға исем дә алдан уйлап ҡуйған була.
Шаймәрҙәновтар алтын ҡуллы табиптарға оло рәхмәтле. Аналыҡты һаҡлап ҡалыу - яңы ғүмер бүләк итеүгә тиң. Әйткәндәй, медицина учреждениеһында ошондай ҡатмарлы операция тағы ла бер ҡатынға яһалған. Ул да балаһы үҫеп, үҙе нығынғандан һуң, йәнә әсәлек бәхетен кисерергә планлаштыра.
Гөлназ Хәйбуллина




