Башҡорт драма театры артистары баш ҡала тамашасыһына Әнғәм Атнабаевтың «Хушығыҙ, хыялдарым» әҫәрен тәҡдим итте.
Уҙған быуат осоронда барған ваҡиғалар бөгөнгө көн менән дә ауаздаш . Спектакль режиссеры Азат Йыһаншин. Билдәле башҡорт шағиры һәм драматургы Әнғәм Атнабаевтың әҫәре уңышлы һайланған тип әйтергә кәрәк. Өфөлә республика театрҙары декадаһы сиктәрендә сәхнәләштерелеп тулы зал йыйҙы.
Нескә юмор, үҙенсәлекле сәхнә декорацияһы, музыка... барыһы ла уйланылған. Ижади төркөм тамашасы күңеленә яҡын ауыл тормошо ваҡиғаларын күҙ алдына баҫтырҙы. Шулай уҡ көнүҙәк йәмғиәт проблемаларын да ситләп үтмәне. Ғөмүмән, стәрлеләр гел дә ижади эҙләнеүҙәр өҫтөндә.
30-сы ижад миҙгеле тамамланыуға кәм тигәндә ике ай самаһы ваҡыт ҡалды. Ошо ваҡыт эсендә тамашасыға яңы сәхнә әҫәрҙәре тәҡдим ителер тип көтөлә. Ә инде әлеге фестиваль театрҙарҙы тағы ла илһамланып эшләргә саҡыра.
Азат Ғәлиуллин




