Баш ҡалала йәшәүсе ҡыҙ Кира ҡушаматлы бүре менән социаль селтәр йондоҙона әйләнгән

Йыртҡыс лайктар йыя. Баш ҡалала йәшәүсе ҡыҙ Кира ҡушаматлы бүре менән социаль селтәр йондоҙона әйләнгән. Алида ҡырағай хайуан менән йыртҡыстарға хас булмаған һөйкөмлөлөк менән видеояҙмалар һалып ҡарауҙар һанын арттыра. Хәйер уның бүреһен ҡырағай хайуан тип әйтеү ҙә дөрөҫ түгел. Кира тыумыштан уҡ кешеләр араһында һәм йәмғиәткә тулыһынса яраҡлашҡан. Кеше һәм бүре мөнәсәбәттәре тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров яҙмаһы.

Әйтерһең дә, Акелла Мауглины олорға өйрәтә. Ләкин был яҙмала Кира ҡушаматлы бүре һәм Богдан исемле малай. Ваҡиға ла ҡарурманда түгел. Йыртҡыс йорт хайуаны шикелле хужаһы менән фатирҙа йәшәй. Ләкин нисек кенә булмаһын Кира ҡырағай хайуан затынан. Тап шул үҙенсәлеге Алиданы ҡыҙыҡтырған да инде.

Алида үҙе кик-боксинг менән шөғөлләнә. Һуғыш сәнғәте тәрбиәләгән характер бүре аҫрауҙа ҙур өҫтөнлөк. Сөнки өйөр тойғолары менән йәшәгән хайуанды тик лидер  сифаттары менән генә буйһондорорға мөмкин. Шуға күрә Кира Богданға тиҫтеренә кеүек ҡараһа, Алиданы ул башлыҡ итеп тоя һәм фәҡәт уны ғына тыңлай. Шул уҡ ваҡытта башҡаларға ла агрессия күрһәткәне булмаған.

Шулай ҙа үҙенсәлекле күрше менән йәшәргә теләмәүселәр ҙә юҡ түгел. Тәүҙә йорт халҡынан дәғүәләр, ялыуҙар ҙа булғылаған. Хәҙер барыһы ла тынысланған. Ләкин Алида ла кешеләрҙең асыуын ҡабартырға тырышмай. Бүре тышҡа график буйынса ғына сыға һәм йортта йәшәүселәр йыртҡыс менән тап булмаҫ өсөн был графикты хәтерендә тота.

Кира 75 процентҡа бүре булһа , ҡалған гендар эттеке. Шуға күрә йыртҡыс сифаттары күберәк. Әммә бүреләр йәмғиәткә хәүефле түгел, уларҙың аҙыҡ селтәренә кеше инмәй, тип иҫбатлай Алида.

Йыртҡыс тиһәләр ҙә Кираға күҙ һалыусылар булғылаған. Бүрене балконда торған ваҡытында тәҙрәне ярып урларға ла маташҡандар. Ни тиһәң дә йыртҡыс тиҫтәләрсә мең һум тора. Кираның йыртҡыслығы ғына бурҙар ҡулына эләгеүҙән аралап ҡалған. Кире осраҡта ни булыры билдәһеҙ. Бүреләр ҙә бәлки эт тормошонан тешләшеүсән булалыр?

Фото №1 - Баш ҡалала йәшәүсе ҡыҙ Кира ҡушаматлы бүре менән социаль селтәр йондоҙона әйләнгән

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ