Өфөлә «Театр декадаһы» аҙағына яҡынлаша

Ун көн дауамында баш ҡала сәхнәләрендә республиканың төрлө театрҙары уҙған миҙгелдең иң уңышлы спектаклдәре менән сығыш яһай. Тамашалар «Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалар театры» һәм «Театр- балаларға» проектары сиктәрендә ҡуйылған. Фестивалдә тиҫтәгә яҡын театр ҡатнаша.

«Берҙәм Рәсәй» программалары ярҙамында һуңғы йылдарҙа күп кенә мәҙәни усаҡтар техник яҡтан йыһазландырылған һәм автобустар алынған. Проект һөҙөмтәләре ижади декада барышында ойошторолған кәңәшмәлә тикшерелде.

Фото №1 - Өфөлә «Театр декадаһы» аҙағына яҡынлаша

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ