Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Премьер-министр Андрей Назаров республика министрҙар кабинетының 2020 йылдағы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре менән таныштыра. Пленар ултырыш ошо минуттарҙа башланып тора. Көн тәртибендә шулай уҡ Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатованың сығышы ҡаралған. Ултырышта тикшереләсәк закон проекттарына килгәндә, “Һуғыш балалары”, Ветеран көнөн булдырыу, инвесторҙарға яңы ярҙам саралары күрһәтеү, балаларға газлы тоҡандырғыстарҙы һатыуҙы тыйыуға бәйлеләре бар.




