Башҡортостанда быйыл сентябрҙә умартасылыҡ мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара симпозиум үтә

Фото №1 - Башҡортостанда быйыл сентябрҙә умартасылыҡ мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара симпозиум үтә

Беренсе вице-премьер – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов сараны ойоштороу буйынса онлайн кәңәшмәлә ҡатнашты. “Апимондия” халыҡ-ара конгресы киләһе йылда үтә. Ә унан алда быйыл умартасылыҡ мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара симпозиум уҙғарыу ҡарар ителде. Ул беҙҙең илдә “Апимондия” халыҡ-ара конгресы ойошторолоуоның 50 йыллығына арнала. Симпозиумда бал ҡорттары сәләмәтлеге һәм биологияһы, умартасылыҡ иҡтисады, шулай уҡ ялған бал етештереү менән көрәш мәсьәләләре ҡарала.  

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ