Башта Радий Хәбиров һөҙөмтәләр менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. “Былтыр республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәргә көсөргәнешле эшләргә тура килде. Был пандемия менән бәйле. Башҡортостан бөтә социаль йөкләмәләрҙе үтәне”, - тине сығышында Республика Башлығы. 2020 йылда 7 мәктәп, 20-нән ашыу балалар баҡсаһы төҙөлгән. Эшҡыуарҙарға ярҙам саралары пакеты булдырылған. Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса ла Рәсәйҙә алдынғы урындарҙы биләй.
Депутаттар алдында төп доклад менән Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһаны. “2020 йыл һынауҙар осоро булды. Бөтә ресурстар коронавирус менән көрәшкә йүнәлтелде”, - тине Андрей Назаров.
Әлеге минуттарҙа республика парламенты ултырышы дауам итә. Андрей Назаров депутаттарҙың һорауҙарына яуап бирә.




