Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы эшләп килә. Былтыр “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты буйынса ремонтланған участкаларға айырым баһа бирелде. Благовещен – Павловка трассаһы, Өфө ҡалаһы урамдарында рейдтар үтте. Былтыр республикала 350 киломерт юл төҙөкләндерелгән. Ремонт сифатын тикшереү быйыл да дауам итә, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.






