Ихатала - боронғолоҡ. Өфөлә йәшәгән Артур Сәфиуллин ҡарҙан динозаврҙар яһай. Уларҙың бәләкәй һындарын пластилиндан әүәләй. Артурҙың эш өлгөләрен баш ҡала планетарийында ҡарарға була. Ә ҡар һындарҙы Богдан Хмельницкий урамындағы, 127 кәсер 1 йорт ихатаһында күрергә мөмкин. Егеттең шөғөлөнә һоҡланған күршеләре ҡар динозаврҙарҙы фотоға төшөрөп “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Минең Өфөм” төркөмөнә һалған.






