Был турала Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Улар араһында ситтән килеүселәр булмаҫҡа тейеш, Мәскәүҙән килергә ҙур теләк белдермәйҙәр, тине хөкүмәт рәйесе. Транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев 1 мартта отставкаға ебәрелде. Әле был вазифаны министрҙың беренсе урынбаҫары Виктор Жульков башҡара.




