Бөгөн ул Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай ултырышында сығыш яһаны. Ил президенты билдәләгән бурысты үтәргә, йыл аҙағына хеҙмәт баҙарын тулыһынса тергеҙергә тейешбеҙ. Хөкүмәт өсөн ошо бурыс өҫтөнлөклө, тине ул. Радий Хәбиров белдереүенсә, пандемия арҡаһында ауыр осор федераль ярҙам менән үтелде. 2020 йылда хеҙмәт һәм социаль яҡлау өлкәһенә 42 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән, 2019 йылда был һан 24 миллиард булған.




