Премьер-министр Андрей Назаров отчет сығышында белдереүенсә, алдағы биш йылға үҫеш планын үҙгәртергә кәрәк. 2024 йылға ҡуйылған маҡсаттарға 2023 йылда уҡ ирешергә мөмкин. Шуға пландың үтәлеү ваҡытын түгел, эш күләмен арттырыу мөмкинлеге ҡарала. 2024 йылға төбәк тулайым продуктын 2 триллион, йәлеп ителгән инвестиция күләмен 500 миллиард һумға еткереү бурысы ҡуйылған. Был һандарҙы 2 триллион ярымға һәм 650 миллиардҡа тиклем еткереү маҡсатын билдәләйбеҙ, тине Андрей Назаров.




