Донъяны сағыу төҫтәрҙә күреү...

Был һәләттән Өфөлә йәшәүсе ете айлыҡ Роман Кудряшев мәхрүм булыуы ихтимал. Табиптар уға ретинобластома, йәғни күҙҙәге селтәрле шекәрәяман шеше диагнозы ҡуйған. Сир малайҙың ғүмеренә лә хәүеф менән янай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һауығыуға ышаныс бар. БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Әсәһенең ҡулында ла кескәй Рома тыныслана алмай. Бер нисә ай элек тыңлаусан һәм шаян бәләкәстең ата-әсәһе уң күҙендә аҡ тап күреп ҡала. Табиптарға мөрәжәғәт итеп, тикшеренеүҙәр үткәндән һуң, ҡурҡыныс диагноз ҡуйыла.

Романың уң күҙенә яман шеш диагнозы ҡуйылды. Һирәк һәм агрессив сир. Теләһә ҡайһы ваҡытта метостаза китеүе ихтимал. Шуға ла тикшеренеү һәм ваҡытында дауаланыу кәрәк.

Вилена Кудряшова, Романдың әсәһе

Рома ике курс химия терапияһы үтә, әсәһе әйтеүенсә, уларҙы бәләкәс ауыр кисерә. Процедура баланың икенсе ағзаларына ла кире йоғонто яһай, ҡан анализдары насарая. Өҫтәүенә, шеш күреү нервыһының эргәһендә сыҡҡан. Ул күреү һәләтен генә түгел, Романдың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.

Һауығыуға Швейцария клиникаһында өмөт бирәләр, унда яңы методика буйынса дауалау курстары үткәреү тәжрибәһе тупланған. Хаҡы 6 миллион һум, түләүҙәр буйынса йөкләмәне «WorldVita» фонды тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Ләкин транспорт һәм йәшәүгә киткән аҡсаны ғаилә үҙе түләргә тейеш.

Бына шул үтенес менән һеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ. Сөнки дауалау курсы түләнеп, үҙебеҙ барырға аҡса етмәһә, беҙ бара алмаясаҡбыҙ.

Дмитрий Кудряшов, Романдың атаһы

Дауалау курсы оҙайлы, өс аҙна һайын Лозаннаға осорға кәрәк буласаҡ. Йыл аҙағына тиклем Кудряшовтар ғаиләһе Швейцарияға 17 тапҡыр барып ҡайтырға тейеш. Бының өсөн яҡынса 4 миллион һум аҡса талап ителә.

Йәш ғаиләнең бындай финанс мөмкинлеге юҡ. Улар телевизор ҡараусыларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Кәрәкле реквизитторҙы һеҙ экранда күрәһегеҙ. Барлыҡ раҫлаусы документтарҙы сабыйҙың әсәһенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә таба алаһығыҙ.

Фото №1 - Донъяны сағыу төҫтәрҙә күреү...
Башбат

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ