«Башҡортостан сәскәләре»ндәге законһыҙ сауҙа туҡтатылды

Өфөнөң «Башҡортостан сәскәләре» микрорайонында йәшелсә-емеш менән сауҙа иткән һатыу нөктәһе һүтелде.

Был урында ҡышҡыһын сауҙа туҡтап торһа ла, йәй етеү менән тағы тергеҙелә. Урында йәшәүселәр киоск эргәһендәге сүп-сарға һәм туҡтаған машиналарҙан даими тығындар барлыҡҡа килеүенә зарлана. Милекселәр Киров районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп, суд ҡарары буйынса сауҙа нөктәһен һүтеүгә ирешә. Бының өсөн Төҙөкләндереү, коммуналь хеҙмәттәр, полиция, сауҙа һәм юридик бүлек эшселәре йәлеп ителә. Киров районы хакимиәте вәкилдәре  билдәләүенсә, законһыҙ сауҙа эшмәкәрлеген туҡтатыу буйынса рейдтар ойошторола. Ошо арала ғына Салауат Юлаев, совет  майҙандарында, Ағиҙел яры буйында урынлашҡан киосктар ҙа һүтелгән.

Бина Киров районының Төҙөкләндереү хеҙмәте ярҙамында һүтелә. Барлыҡ материалдар беҙҙең майҙанда һаҡланасаҡ. Уны алыу өсөн киоск милексеһе теләгән ваҡытта мөржәғәт итә ала, законға ярашлы ҡайтарырбыҙ.

Сергей Полетавкин , Өфөнөң Киров районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе
Фото №1 - «Башҡортостан сәскәләре»ндәге законһыҙ сауҙа туҡтатылды

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ