«Шағир көндәлеге» киң прокатҡа сығасаҡ

Киләһе аҙнала республикала Рәми Ғариповтың тормош һәм ижад юлына арналған фильм төшөрөлә башлай. Был турала бөгөн кинокартина авторҙары журналистар менән осрашыуында хәбәр итте.

Ижади проект өҫтөндә эш 2019 йылда уҡ «Халыҡ шағирына – халыҡ фильмы» девизы аҫтында старт алғайны. Ул ваҡытта йәмәғәтселек көсө менән миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителә, был сумма кино һынауҙары ойоштороуға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта коронавирус пандемияһына бәйле, уҙған йыл ижади процесс ваҡытлыса туҡтатылды. Фильм төшөрөүгә республика ҡаҙнаһынан 16 миллион һумлыҡ матди ярҙам бүленеүе билдәле. «Шағир көндәлеге» сит ил тамашасылары өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр тип көтөлә.

Сценарий өҫтөндә эшләгәндә шағирҙың балалары архив материалдар менән ярҙам итеп, төшөрөләсәк фильм буйынса тәҡдимдәрен дә еткергән. Билдәле булыуынса, интернет киңлектәрендә Рәми Ғариповтың ижади эшмәкәрлегенә арналған сайт та әҙерләнә.

Фото №1 - «Шағир көндәлеге» киң прокатҡа сығасаҡ

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ