Балтас районында сәләмәт тормошто пропагандалаған флешмоб ойошторолдо

Спорт һәм әүҙем тормошҡа арналған сарала күрше район вәкилдәре лә ҡатнашты. Балтас районы егеттәре Саҡмағош районы хоккей командаһы менән осрашты. Ярыш сәй эсеү йолаһы менән тамамланды.

Спорт уйындары, күңел асыу программаһынан тыш, Балтас һәм Саҡмағош районы хакимиәте вәкилдәре көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Балаларҙы спортҡа йәлеп итеү өсөн спорт уйындарын даими үткәреү маҡсаты ҡуйылды. Күрше райондан килгән делегация өсөн  Балтас районы тарихы һәм мәҙәниәтенә бағышланған экскурсия ойошторолдо.

Фото №1 - Балтас районында сәләмәт тормошто пропагандалаған флешмоб ойошторолдо

Флорида Ким

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ