Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында мелиорация мәсьәләһе ҡаралды. Инвестор Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы һәм Хәйбулла райондарында 10 меңдән ашыу гектарҙа һуғырыу эшен алып барырға ниәтләй. Бының өсөн 4 миллиард һум йәлеп итеү ҡарала. Радий Хәбиров проектты хуплап ҡабул итте, әммә халыҡ эсәр һыуға ҡытлыҡ кисерергә тейеш түгел тип белдерҙе. Республика Башлығы тейешле эскпертиза үткәрергә ҡушты.






