Башҡортостандың балалар театрҙарына ярҙам йөҙөнән федераль бюджеттан аҡса бүленәсәк. Был хаҡта 13 февраль республикаға визит менән килгән актер Сергей Безруков белдерҙе.
Әлеге мәлдә республикаға 5 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән, һуңғараҡ өҫтәмә финанслау ҙа буласаҡ, ти Сергей Безруков.
Билдәле актер инициативаһы буйынса Рәсәйҙә балалар театрҙарына күберәк иғтибар бүленә башланы. Сергей Безруков балалар ижадының ҡалдыҡ принцип йәһәтенән финанансланыры хаҡында борсолоуҙарын йәшермәй. Ул, балалар театрҙары хәҙерге заман кинотеатрҙары менән бер кимәлдә конкуренция алып бара алһын өсөн, уларға һәр яҡлап ярҙам итергә кәрәк тип иҫәпләй. Ҡиммәтле постановкаларға ғына түгел, театрҙарҙың күбеһе капиталь ремонтҡа мохтаж.
Мәскәү губерна драма театры етәксеһе һәм театр режиссеры Сергей Безруков 13 февралдә Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары һәм волонтерҙар менән осрашты. Ул үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ижади кисә гитарала уйнау менән дауам итте.





