Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында программа үҙенсәлектәре менән таныштырҙылар. Быйыл ремонтланасаҡ йорттар исемлеге кәмегән. Әммә киләһе йылдарҙа күберәк эш башҡарыла, тип вәғәҙәләйҙәр министрлыҡта. Подъезд ремонты өсөн бюджеттан 222 миллион һум бүленә. Әле 72 йортта төҙөкләндереү башланған.




