Һөйләшеү барышында төбәктәге мал иҫәбен контролдә тотоу, улар араһында йоғошло ауырыуҙарҙы таратмау һәм ауыл хужалығы продукцияһының сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре ҡаралды. Максим Увайдов билдәләүенсә, республикала был эштәр яҡшы ойошторолған. Әммә ҡайһы бер күрше төбәктәрҙә африка тағуны, ҡош киҙеүе һәм ҡотороу сирҙәре теркәлгән. Шуға ла алып барылған иҫкәртеү сараларын туҡтатмау мөһим.
Радий Хәбиров юғары баһа өсөн рәхмәт белдерҙе. Республикала ветеринария хеҙмәте уңышлы эшләп килә, тине ул. Хәүеф тыуҙырған мәсьәләләргә оператив рәүештә иғтибар бүленә, карантин тәртибе йәки башҡа саралар күрелә.
Малдарҙы тамғалау өлкәһендә лә һөҙөмтәләр яҡшы. Республика ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин әйтеүенсә, был эш йыл әйләнәһе алып барыла.
Бөгөнгә республикала 100 процентҡа яҡын һыйыр һәм сусҡа малы , 90 процент тирәһе йылҡы һәм ваҡ мал тамғаланған. Максим Увайдов Башҡортостан тәжрибәһен бөтә Рәсәйҙә ҡулланыу кәрәк тип белдерҙе.




