Башҡортостанда инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә ер участкалары алғанда инвалидлыҡ тураһында документ юлларға кәрәкмәй. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары законға төҙәтмәләр индерҙе. Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, быға тиклем граждандарға өҫтәмә бюрократик ауырлыҡ бар ине. Яңы норма көсөнә ингәндән һуң ведомстволар инвалидлыҡ тураһында документты үҙ аллы юлларға тейеш.






