Башҡортостанға коронавирусҡа ҡаршы тағы ла 20 мең 900 доза вакцина килде

Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, әлегә республикала йәшәүсе 85 меңгә яҡын кеше прививканың ике компонентын да ҡаҙатҡан. Поликлиникаларҙан тыш, вакцинацияны Өфөләге «Мега», «Планета», «Башҡортостан» һәм «Стәрлетамаҡтағы «Сити-молл» сауҙа үҙәктәрендә лә яһатырға була. Мобиль пункттар аҙна дауамында эшләй, һәр ҡайһыһы көнөнә йөҙгә яҡын кешене ҡабул итергә әҙер.

Баш ҡалалағы «Мега» сауҙа үҙәгендә Дим районы ҡала клиник дауаханаһы табиптары эшләй. Белгестәр урында уңайлы эш шарттары булдырылыуын билдәләй. Прививка яһатырға килеүселәрҙе теркәү, ҡабул итеү, процедура кабинеттары бар. Вакцинациянан һуң граждандар утыҙ минут күҙәтеү аҫтында булырға тейеш. Бының өсөн махсус ял бүлмәләре ойошторолған.

Һуңғы аҙналарҙа прививка эшләтергә теләүселәрҙең артыуы күҙәтелә. Вакцина ла күпләп килә башланы. Шуға күрә халыҡ ағымына тулыһынса әҙербеҙ тип әйтә алам. Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһында ғына көнөнә 150-гә яҡын кеше прививка яһата.

Шамил Тимербулатов, Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһы баш табибы урынбаҫары
Фото №1 - Башҡортостанға коронавирусҡа ҡаршы тағы ла 20 мең 900 доза вакцина килде

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ