Радий Хәбиров баш ҡалалағы урта махсус музыка колледжы эшмәкәрлеге менән танышты

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Радий Хәбиров баш ҡалалағы урта махсус музыка колледжы эшмәкәрлеге менән танышты. Белем усағы республиканың сәнғәт өлкәһен профессиональ музыканттар менән тәьмин итә.

Уҡыу йортонан бик күп билдәле шәхестәр, сәхнә оҫталары сыҡҡан. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, бындай мәктәптәр тотош Рәсәйҙә һигеҙ генә һәм унда тәрбиәләнүсе йәш һәләттәр ил генә түгел, донъя сәхнәләрен яулай.

Республика башлығы бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә маҡтаулы исемдәр һәм дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында колледж уҡытыусылары, төрлө оркестрҙарҙа уйнаусы музыканттар, бейеүселәр һәм опера йырсылары ла бар.

Фото №1 - Радий Хәбиров баш ҡалалағы урта махсус музыка колледжы эшмәкәрлеге менән танышты

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ