Ул Рус драма театры алдындағы майҙанда уҙа. Тамашала быйылғы “Йәшлек-шоу”финалисы Ришат Рәхимов та ҡатнаша. Ул Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Денис Майданов менән бергә сығыш яһай. Ул бөгөн табиптарға рәхмәт һүҙен йырҙары аша белдерә.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, медицина фәндәре кандидаты Римма Үтәшева әйтеүенсә, табиптар бөгөн оло ихтирамға лайыҡ. “Уларға Хөкүмәт тарафынан иғтибар ҙа арта бара. Бөгөнгө тамаша сиргә ҡаршы алдынғы сафта булыусылар өсөн ойошторолған”, - ти ул.
Концерт 15 сәғәткә тиклем дауам итә.




