Ул Рус Драма театры алдындағы майҙанда ойошторолдо. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, медицина фәндәре кандидаты Римма Үтәшева әйтеүенсә, табиптар бөгөн оло ихтирамға лайыҡ. “Уларға Хөкүмәт тарафынан иғтибар ҙа арта бара. Бөгөнгө тамаша сиргә ҡаршы алдынғы сафта булыусыларға рәхмәт йөҙөнән ойошторолған”, - ти ул.
Тамаша асыҡ һауала үткәрелде. Уны ҡарарға килеүсе табиптар тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Фотоһүрәт : “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы сайтынан.






