Сценарий буйынса һыу кимәленең ҡапыл күтәрелеүе һөҙөмтәһендә гидроҡоролма плотинаһын йырыу ҡурҡынысы барлыҡҡа килә. Быуа тирәләй урынлашҡан ауыл-ҡалаларға хәүеф янай. Ваҡиғаларҙың тап ошондай йүнәлештә үҫеш алыу ихтималлығы һәм ғәҙәттән тыш хәлде иҫкәртеүгә әҙерлек кимәле хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин әҙерләгән яҙма.
Сиреналар халыҡты иҫкәрткән арала, Туймазы һыуһаҡлағысы хеҙмәткәрҙәре Өфөгә хәүефле хәл тураһында мәғлүмәт еткерә. Гидроҡоролмала боҙ тығыны барлыҡҡа килгән. Быуала шартлатыу эштәре тыйыла. Туймазыларға ярҙамға күрше райондарҙан көстәр йүнәлтелә. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, ырғаҡ менән ҡоралланған хеҙмәткәрҙәр боҙ һәм сүп-сарҙы ҡул менән таҙарта.
Һыуһаҡлағыста боҙҙоң ҡалынлығы 70 сантиметр самаһы. Төп шлюз ябыҡ. Һыу быуа төбөндәге каналдан ағыҙыла. Күнекмә легендаһы буйынса, крандарҙың береһе сатнаған. Уны иретеп- йәбештереп ҡуйыу талап ителә. Ҡоролманы йүнәтеү өсөн белгестәр 7 метр тәрәнлектә һыу аҫтына төшә. Етешһеҙлек ҙур һыу миҙгеле еткәнсе бөтөрөлөргә тейеш.
Күнекмәлә һыуһаҡлағыс хеҙмәткәрҙәре, оператив төркөм ағзалары һәм урындағы халыҡ вәкилдәре ҡатнашты. Һуңғылары ғәҙәттән тыш хәл мәлендә дөрөҫ аҙымдар яһауға өйрәнеү маҡсатында йәлеп ителә. Ташҡын кимәле юғары булған осраҡта Башҡортостандың 42 районында урынлашҡан 257 тораҡ пунктҡа хәүеф янай. Уларҙа яҡынса 80 мең кеше йәшәй.
Башҡортостанда барлығы 28 гидроҡоролма, шул иҫәптән беренсе хәүеф төркөмөнә ҡараған Йомағужа һыуһаҡлағысы бар. Сираттағы күләмле күнекмә тап шул майҙанда үтәсәк.
Рафиҡ Әхмәтшин






