Йәмәғәт тыңлауҙарында Зоя Космодемьянская урамы һайлап алынды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, пляжда комплекслы төҙөкләндереү эштәре планлаштырылған, әлегә проект-смета документацияһы әҙерләнә. Биләмәлә көтөлгән үҙгәрештәр хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Өфөнөң Кооператив аҡлан биҫтәһендә йәшәүселәр «Ҡояшлы» пляжында махсус парковка урындары булдырыу яҡлы. Ҡар аҫтында проблема күренмәй ҙә бит, әммә яҙ-йәй миҙгеле етеү менән биләмә машиналар менән тула. Һөҙөмтәлә тәгәрмәскә йәбешкән ҡом, батҡаҡ трассаға илткән урам юлдарында ҡала. Шул уҡ ваҡытта бында инфраструктура ла үҫешмәгән.
«Ҡояшлы» пляжы өҫтөндәге ҡара болот ҡасан таралыр?! Баш ҡала хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы киҫкен мәсьәләне хәл итә башлаған. Әлегә биләмәне үҫтереү проекты әҙерләнә. Уға ярашлы, бында биш йөҙ урынға иҫәпләнгән автопарковка ойоштороласаҡ. Шезлонгтар, кейенеү-сисенеү кабиналары, душ, дөйөм туҡланыу нөктәләрен дә булдырыу ҡаралған. Ағиҙел йылғаһы ярында балалар уйын майҙансыҡтары, күп функциялы спорт зонаһы, сәхнәгә лә урын етерлек. Һыу өҫтөндә йөрөр өсөн һуҡмаҡ та һалыныр тип көтөлә.
«Ҡояшлы» пляжына илтәсәк төп юлды билдәләү урындағы халыҡ араһында ҙур бәхәс тыуҙырғайны. Күптәр үҙ урамында транспорт трафигы артыуын күрергә теләмәүен белдерҙе. Проект буйынса өсөнсө йәмәғәт тыңлауҙарында ғына уртаҡ фекергә киленде.
Зоя Космодемьянская урамындағы ҡайһы бер участкаларҙа ҡоймаларҙың билдәләнгән сиктән үтеп ҡуйылыуы асыҡланған. Уларҙы күсергән осраҡта, тротуар-юлдарҙы киңәйтеү мөмкинлеге лә арта. Биләмәлә 34-cе мәктәп тә урынлашҡан. Унда ярты меңгә яҡын бала белем ала. Шуға күрә йәйәүлеләр өсөн хәүефһеҙ мөхит булдырыу – көнүҙәк мәсьәлә.
Проект буйынса, мәктәп янында светофор ҡуйыу ҡаралған. Шулай уҡ пляжды төҙөкләндергәндә Бәләкәй йылға аръяғындағы урам да тәртипкә килтереләсәк. Проект быйыл тормошҡа ашырыла башлар тип көтөлә. Төҙөлөш-монтажлау эштәре сиктәрендә Ағиҙел йылғаһының төбөн таҙартыу ҙа ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина




