Бөтә Рәсәй акцияһында Башҡортостан да ситтә ҡалмай, бишенсе тапҡыр ойоштора. Өфөнөң Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында тиҫтәләгән ата-әсә рус теленән белемдәрен тикшерҙе. Быйыл Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү тәртибе хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Барыһы ла ысынбарлыҡҡа яҡынлаштырылған. Имтихан тапшырыу аудиторияларына паспорт, ручка менән, бер әйберһеҙ, металл эҙләү ҡоролмаһы аша үтәһең. Беренсе ҡыңғырауҙан һуң ҡатнашыусылар ҡағиҙәләр менән таныша, принтерҙан контроль-үлсәү материалдары сығарыла. Акция ғәҙәти имтихандан тик ваҡыт яғынан ғына айырыла. Һынауҙар бында 3 сәғәт тә 55 минут урына ярты сәғәт дауам итә.
Ғәҙәттә имтихан барышында киң мәғлүмәт саралары индерелмәй, ләкин бөгөн беҙгә ташлама яһалды. Сөнки акцияның төп маҡсаты – ата-әсәләргә Берҙәм дәүләт имтихандары асыҡ процедура икәнлеген күрһәтеү. Икенсенән, имтихан тапшырыу бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс сара түгел икәнен аңлатыу. Был юлы алты аудиторияла 40 ата-әсә имтихан һорауҙарына яуап бирҙе.
Сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн Мәғарифты үҫтереү институтының рәсми сайтында консультациялар үткәреләсәк. Уларҙы төрлө фән уҡытыусылары алып бара. Ойоштороусылар билдәләүенсә, имтиханға әҙерләнгән саҡта иң мөһимеүҙ көсөңә ышанырға һәм ҡаушап ҡалмаҫҡа.
Оҙаҡламай сығарылыш синыф уҡыусылары ла имтихандар тапшырыу мөхитенә сумасаҡ. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйыл һынауҙарҙы алдан тапшырыу рөхсәт ителмәй. Берҙәм дәүләт имтиханын юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләүселәр 31 майҙан 2 июлгә тиклем тапшырасаҡ.
Әлфинә Килдейәрова




