World Skills Рәсәй конкурсы финалына үтеүсе, «Йәш һәләттәр-2017 «Бөтә Рәсәй конкурсында призлы урын яулаған Анастасия Данилова ювелир һөнәре буйынса үҙ эшен асҡан. Халыҡ сәнғәтен серҙәрен белеүсе ювелирҙың оҫталыҡ дәрестәрен дә менән беҙҙең ижади төркөм дә ҡатнашты. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Өфө художество-гуманитар колледжы студенттары теоретик дәрестәр тамамланыу менән ошо ыҡсым оҫтаханаға ашыға. Ҡыҙҙар үҙ ҡулдары менән эшләгән балдаҡтарҙы был өлкөлө ярайһы тәжрибә тупларға өлгөргән Анастасия Даниловаға күрһәтә.
Дамир Ғарипов атаҡлы мәғдәнселәр, таш һәм металл эшкәртеү менән дан алған Учалы районынан. Өфө художество-гуманитар колледжының 1-cе курс студенты металлды яндырыу, төҙәйтеү һәм шымартыу буйынса күнекмәләрҙе Анастасия Данилова етәкселегендә башҡара.
Анастасия Данилова Мәскәүҙә World Skills Рәсәй ярыштарының һайлап алыу турына үтә. Һуңынан ил күләмендә үткәрелгән һөнәри конкустарҙың береһен дә ҡалдырмай.»Йәш һәләттәр»-2017 бөтә Рәсәй конкурсында халыҡ традицияларын һаҡлаусы булараҡ ювелир эштәре менән өсөнсө урын яулай.
Ювелир эшендә көмөш бысыу һәм төрлө фигуралар эшләү өсөн тыңлаусан металл һанала. Үҙебеҙгә кәрәкле фигураны ҡырҡыу өсөн беҙ бысҡыны 90 градус перпендикуляр рәүештә урынлаштырабыҙ, бысҡы хәрәкәтһеҙ ҡала, ә фигураны үҙебеҙгә кәрәгенсә йөрөтөп торороға тейешбеҙ.
Динар Динекәев та был оҫтаханала бөгөн өйрәнсек ролендә. Шәхси мастерскойҙа эшләгән ювлир оҫталыҡ дәрестәре хаҡында социаль селтәрҙәр аша белгән.
Ювелир эше буйынса Бөтә Рәсәй конкурстарында сынығыу алған Анастасия Данилова ирешелгән уңыштар менән генә туҡтап ҡалырға теләмәй. Киләсәктә яңы ҡауышҡан йәш парҙар өсөн мөхәббәт һәм тоғролоҡ символы булған балдаҡтарҙы эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрергә ниәтләй.
Гүзәл Борханова




