Өфөлә йәш яҙыусылар һәм шағирҙар бүләкләнде

Мәктәп йәшендәге балалар араһында ойошторолған конкурсҡа Башҡортостан яҙыусылар берлегендә йомғаҡ яһалды. Бәйге шарттары буйынса балалар әкиәт яҙып конкурс комиссияһына тапшырҙы. Быйыл унда 400-ҙән ашыу эш ҡаралды. География киң.

Башҡортостан район-ҡалаларынан тыш, күрше Ырымбур, Силәбе өлкәләре һәм Татарстанда йәшәгән кескәй милләттәштәребеҙ ҡәләм тибрәтеп ҡараны. Учалы районынан Нәзирә Таһирова заман күренештәренә танып әкиәт яҙған. Әҫәрендә ул тиҫтерҙәрен гаджеттарға бирелеп, ысын дуҫлыҡ ҡәҙерен юғалтмаҫҡа саҡыра.

Конкурс балалар араһында әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү, йәш таларттарҙы асыу маҡсатында ойошторолдо. Проект Өфө районы балалар ижады йорто тарафынан Башҡортостан башлығы грантына үткәрелә. Йәш яҙыусылар һәм шағирҙарҙы ижадҡа өйрәтеү, илһам сығанаҡтарын табыу юлдарын билдәләү маҡсатында онлай дәрестәр ҙә үткәрелгән.

Фото №1 - Өфөлә йәш яҙыусылар һәм шағирҙар бүләкләнде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ