Китапханасылар, музыканттар, актерҙар, музей, клуб һәм кинематография системаһы хеҙмәткәрҙәре – сәнғәттең бөтә өлкәләрендә эшләүселәр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне.
Район Мәҙәниәт йортонда улар рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Уҙған йыл йомғаҡтары яһалды.Тантананы дәртле-йыр-моң һәм бейеүҙәр биҙәне.
Рәмилә Исмәғилева




