Башҡортостан башлығы Өфө дәүләт авиация техник университетына барҙы

Ул лабораториялар, ситуациялар үҙәге, авиадвигателдәр музейы менән танышты. «Угату рэййсинг тим» командаһы менән аралашып, ярыш болидтарын ҡараны. Уҡыу йортонда Радий Хәбиров күсмә сәнәғәт сәғәтен дә уҙғарҙы.

Өфө дәүләт авиация техник университеты машиналар эшләү, яғыулыҡ энергетика, металлургия, йыһан-авиация һәм оборона сәнәғәте комплексына белгестәр әҙерләй. 90 йыл эсендә уҡыу йортон 80 мең кеше тамамлаған.

Өфө дәүләт авиация университетына сәфәре барышында Башҡортостан башлығы уҡыу йортоноң ситуациялар үҙәге эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Ректораттан белдереүҙәренсә, үҙәк студент ҡаласығының хәүефһеҙлек системаһы эшмәкәрлеген тәьмин итә. Видеокүҙәтеү селтәре уҡыу йорто биналарынан тыш дөйөм ятаҡтарға ла һуҙылған. 400-гә яҡын камера йөҙҙәрҙе таныу һәм алыҫтан термометрия уҙғарыу  мөмкинлегенә эйә.

Нужно продумать возможность сделать ваши камеры частью единой системы видеонаблюдения МВД по республике.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

Өфө дәүләт авиация техник университетының сәнәғәт роботтары лабораторияһында Радий Хәбиров турбореактив двигателдәр өлөштәрен етештереү мөмкинлеге биргән биш координатлы станок мөмкинлеге менән дә яҡындан танышты. Әле уҡыу йорто уны күпләп етештереүҙе яйға һалыу өсөн инвестор эҙләй. Сергей Новиков билдәләүенсә, станок менән «Берҙәм двигателдәр эшләү» корпорацияһы етди ҡыҙыҡһыныу белдергән. Робот техникаһына нигеҙләнгән яңы система  хеҙмәт етештереүсәнлеген бермә-бер арттырыу мөмкинлеген бирә.

«УГАТУ рэйсинг тим» студент конструктор төркөмө ярыш болидтары эшләй. Улар Халыҡ-ара һәм Рәсәй майҙансыҡтарында күптән танылып өлгөргән. Уҡыу йортона сәфәре барышында Радий Хәбиров ярыш шлемында автограф ҡалдырҙы. Команда инженерҙары яһаған электр мотоциклды ҡараны.

Йәш конструкторҙар болидтарға һынау үткәреү өсөн полигон тураһында хыяллана. Йәштәрҙе спорттың техник төрҙәренә ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында уҡыу йорто аҡса бүлергә лә әҙер. Әммә бындай күләмле эште республика ярҙамынан тыш башҡарыу мөмкин түгел. Радий Хәбиров проектты бойомға ашырыуҙың төрлө юлдарын ҡарарға тәҡдим итте.

Быть может, разумнее было бы сделать его частью военно-патриотического парка «Патриот», который мы создаем в Чишминском районе. Важно, чтобы эта площадка не простаивала, чтобы она привлекала посетителей.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

Университетта Радий Хәбиров авиация двигателдәре музейын да ҡараны. Башҡортостан башлығын уҡыу йорто конструкторҙары эшләгән АПД-200 бәләкәй поршенле авиадвигатель менән ҡыҙыҡһындырҙы. Ҡеүәтле әммә яғыулыҡты аҙ ҡулланнған моторҙы пилотһыҙ авиацияла импортты алмаштырыу өсөн ҡулланырға мөмкин.

Тағы ла үҙенсәлекле проект – һауаны озон менән байытыуға тәғәйенләнгән универсаль ҡоролма. Ул биналарҙы дезинфекциялау өсөн ҡулланыла. Тулыһынса Рәсәйҙә етештерелгән өлөштәрҙән тора. Баҙарҙа иһә был йәһәттән дә импортҡа өҫтөнлөк бирелә. Башҡортостан башлығы был продукцияны етештереүҙе яйға һалыуға ышаныс белдерҙе.

Фото №1 - Башҡортостан башлығы Өфө дәүләт авиация техник университетына барҙы
Башбат

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ