Өфөлә битлектәрҙе тикшереү буйынса күләмле рейд үтте

Патруль хеҙмәттәре Башҡортостандың транспорт министрлығы вәкилдәре менән берлектә йәмәғәт транспортындағы шәхси һаҡланыу саралары барлығын тикшерҙе. Битлек режимын үтәмәгән пассажирҙар өсөн водителдәргә иҫкәрмәләр тапшырылды.

Әлегә битлек кеймәгән пассажирҙарға штраф яҙылмай, уларға ни бары икенсе тапҡыр битлектә йөрөү кәрәклеге хаҡында иҫкәрмә яһала.

Һаҡланыу сараларына ҡарата бер ни тиклем сикләүҙәр алынһа ла, шәхси һаҡланыу сараларынан баш тартырға ярамай. Рейдтан рейдҡа битлек режимын боҙоусылар һаны кәмегәндән-кәмей бара, ти, белгестәр.

Бөгөн беҙҙә яуаплы рейд, пассажирҙарҙың битлек режимына нисек яуаплы ҡарауын тикшерҙек. Битлекһеҙ пассажирҙарҙы башта иҫкәртәбеҙ, икенсе тапҡыр административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөйбөҙ. Йыл башынан 12 протокол төҙөлдө.

Динар Сәйфуллин, транспорт тармағын күҙәтеү секторы мөдире

Әммә дөйөм ҡағиҙәгә буйһонмай битлекһеҙ транспортта йөрөүселәр ҙә табылды. Ике пассажир өсөн водителгә хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре тарафынан административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөлдө.

Нисек кенә булмаһын туҡталыш һайын тикшереүселәр ҡуйыу мөмкин түгел. Әммә битлек үлемесле вирустан һаҡлағанын оноторға ярамай. Өфө урамдарындағы күпселек граждандар ҙа халыҡ күп йөрөгән ерҙә әлеге талапты үтәү яҡлы.

Пассажир битлекһеҙ йөрөй икән, уға беренсе тапҡыр иҫкәрмә яһала. Ҡабаттан эләккән осраҡта уға 4 меңгә тиклем штраф янай.

Фото №1 - Өфөлә битлектәрҙе тикшереү буйынса күләмле рейд үтте

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ