Өфөнөң «Толпар» командаһы Харламов Кубогының ярым финалына сыҡты

Йәш юлаевсылар Түбәнге Новгородтың «Чайка»клубы менән дүртенсегә осрашты һәм 2-1 иҫәбе менән отто. Шулай итеп яҡташтарыбыҙ серияла 3-1 иҫәбе менән еңеү яуланы.

Был уңыш Башҡортостан коллективына кәмендә бронза миҙал килтерҙе. Әммә Игорь Гришин тәрбиәләнеүселәре бындай ҡаҙаныш менән генә туҡтап ҡалырға уйламай. Улар артабан финалға сығыу өсөн Мәскәүҙең «Динамо» командаһы менән көс һынашас

Фото №1 - Өфөнөң «Толпар» командаһы Харламов Кубогының ярым финалына сыҡты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ