Милли мәсьәләләр шаярыуҙы яратмай

Кеҫә телефоны фонарҙары яҡтылығында гармун моңо менән үрелеп барған концерт. Дөрөҫөрәге, өҙөлгән концерт. Татарстандың атҡаҙанған артисы Фирҙүс Тямаевтың Миәкә районындағы гастроле ошолай үтә. Был яҙма халыҡ араһында йәшен тиҙлегендәй таралды. Яҡшы эстәлекле булһа, бәлки, улай билдәлелек алмаҫ та ине, ә бына янъялды эләктереп тә алдылар.

Ғөмүмән, урындағы район етәкселеге ижади коллективты мәҙәниәт йортон бушатыуҙарын һорамаған. Артист сит ерҙә үҙен иркен тотһа ла, һүҙ ҡушылмаған. Ҡунаҡ булып та тыйнаҡлыҡты онотоп, учреждениеның хужалыҡ бүлмәләренә үтеп инә. Белгестәр генә билдәләй алған электр һәм һыу тәьминәте мәсьәләләренә лә үҙ баһаһын биргән. Бындай баш баштаҡлыҡты Башҡортостан башлығының мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса кәңәшсеһе Радик Юлъяҡшин да өнәп бөтмәне.

Мин Нефтекамала саҡта телефон аша Тямаевты ҡайҙалыр, кемдер үткәрмәгәндәрен хәбәр иттеләр. Шунда уҡ хәл ителмәгән һорауҙың булмауын ышандырҙым. Бер минут үтеп тә өлгөрмәне «кәрәкмәй» тигән яуап алдым. Уның үтенесе һәм бер үк ваҡытта баш тартыуы миңә сәйер тойолдо. Йоҡонан тороуға Тямаев буйынса ҡулланыусыларҙан йөҙҙән ашыу хәбәр килгән. Әлеге үҙа-ара яҙышыу уға билдәле бер маҡсатта кәрәк булған. Фирҙүскә мәсьәләне хәл итеү түгел, ә пиар мөһим.

Радик Юлъяҡшин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Радик Юлъяҡшин яҙыуынса, Фирҙүс Тямаев менән бындай ваҡиғалар тәүгә түгел. Һәм башлыса күршеләр араһында ыҙғыш сығарыуға сәбәп була, тигән ул. Уның йырҙары ла һуңғы арала бер милләтте яманлап икенсеһен түбәнәйтеүгә ҡоролған. Күрәһең, дуҫтар араһына шына ҡағыу хәҙер хайп һанала. Юғиһә, Ҡырғыҙ -Миәкәлә тамаша ҡыла алмауына Ҡуштауҙы, халыҡ иҫәбен алыу кампанияһын ҡыҫтырмаҫ ине.

Ләкин милли мәсьәләләр шаярыуҙы яратмай. Артистың тағы күпме шаярыуҙары ғәфү ителер. Шул уҡ Радик Юлъяҡшин Татарстанда пандемия ваҡытында концерт ойошторғаны өсөн ҙур штраф түләне. Ә Фирҙүс Тямаев Стәрлетамаҡтағы тамашаһы өсөн һыуҙан ҡоро сыҡты. Беҙ, йәғни тамашасылар, бер ваҡытта ла ҡаршы түгел. Тик барыһына ла ҡағылған ҡағиҙәләрҙе генә үтәүҙәре шарт. Юғиһә, барыһы ла ғәйепле, тик артист ҡына түгел. Ә бәлки йырсының ижади тормошонда юл ситендә ятҡан үле бесәйҙән көлгәне өсөн уңышһыҙлыҡтарҙыр?

Фото №1 - Милли мәсьәләләр шаярыуҙы яратмай

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ