Айырыуса күршеләр менән уйнағанда. Мортаза Ғөбәйҙулла улы «теләһә кемдәргә отолорға мөмкин, тик татарҙарға ғына түгел» , ти торғайны. Ләкин һуңғы йылдарҙа күршеләргә ҡаршы торорлоҡ көс таба алмай командабыҙ. Быйыл бөтөнләй «ҡоро» иҫәп менән отолоп төшөп ҡалдыҡ. Күптәр финдарҙы һүгергә тотондо. Һәм, бәлки, дөрөҫтөр ҙә. Легионерҙарҙа бит милли спорт сәме юҡ. Ә ҡайҙа һуң үҙебеҙҙең хоккейсылар? Нишләп башҡорт хоккейында тәрбиәләнгән спортсылар уйнамай тиһегеҙҙер? Күп ул улар, әммә ҙур хоккейға ғына сығыу ябайҙан түгел. Ниндәй кәртәләр аша үтә сәкән һуғырға яратыусылар? БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов һөйләй.
Харламов Кубогының 1/8 финалы. Боҙҙа «Локо» менән «Динамо» командалары көс һынаша. Икенсе осорҙа Тимур Фәйзетдиновтың сикәһенә уйын снаряды эләгә. Тәү ҡарашҡа Дмитрий Тювилин ырғытҡан шайба еңел генә кеүек тойолһа ла, уның дәғүәсеһе башын тотоп боҙға ҡолай. Ҡазаға тарыусы реанимациға оҙатыла. Ярославль табиптары бер нисә көн дауамында Тимурҙың ғүмере өсөн көрәшә. Әммә 19 йәшлек хоккейсы аңына килә алмай вафат була.
Был фажиғә хоккейҙағы бик күп проблемаларҙы күтәрҙе. Шуларҙың береһе экипировканың уйынсыларҙы нисек һаҡлауы? Белгестәр билдәләүенсә, бөгөн күп кенә хоккейсылар шлемдағы сикә ҡаплағыстан баш тартҡан. Ә бит тап ошо бәләкәй генә ҡалҡан хоккейсыны ауыр йәрәхәттәрҙән, хатта үлемдән дә ҡотҡарырыуы ихтимал.
Быйылғы миҙгелдә «Металлург» менән уйында Эдуард Ғиматов та шайбанан ҙур ғына зыян күрҙе. Юғары тиҙлектә осоп килеүсе шайба яҡташыбыҙҙы тештәрһеҙ ҡалдырҙы. Шулай уҡ юлаевсылар «Аҡ Барс» менән серияла Владимир Жарковты юғалтты. Стефан да Коста менән башҡа баш бәрелешеү ике уйынсыны ла «больничный»ға оҙатты. Һанай китһәң бындай аяныслы хәлдәр хоккейҙа уйын һайын теркәлә.
Хоккейҙың хәүефле спорт төрө булыуы бер кемгә лә сер түгел. Уның ҡарауы был хеҙмәт өсөн уйынсыларға ҙур сумалла эш хаҡы түләнә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Өфө легионерҙары ғына быйылғы миҙгелдә ярты миллиард һумға яҡын аҡсаны кеҫәләренә һалған. Шуға ҡарамаҫтан, һуңғы серияла улар бар тырышлығын һалды тип әйтергә бер ҙә генә тел әйләнмәй. Әлбиттә, осон-осҡа ялғап йәшәгән кешеләрҙең бындай суммаларҙы ишетеү менән сәстәре үрә тора. Шуға ла көйәрмәндәрҙең һаман да тыныслана алмауына бер ҙә генә аптырайһы түгел.
Икенсе яҡтан алып ҡарағанда, хоккейсының карьераһы оҙаҡҡа һуҙылмай. Бөгөн 40 йәшкә тиклем уйнаған ир-аттар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Әйткәндәй, юлаевсылар мәктәбе йыл һайын талантлы хоккейсылар әҙерләй. Шул уҡ «Толпар» клубы әлеге ваҡытта Харламов кубогы өсөн көрөшә.
Ә бит Тимур һымаҡ көслө башҡорт егеттәре командала бихисап. Әммә тәжрибә күрһәтеүенсә, уларҙың барыһының да киләсәктә юлаевсылар составына эләгеүе икеле. Сөнки клуб етәкселеге башлыса легионерҙарға һәм ситтән килгән спортсыларға өҫтөнлөк бирә. Хәйер, был хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүе ихтимал. Сөнки республика етәкселеге ярҙамы менән яҡын киләсәктә барлыҡ ҡалаларҙа ла хоккей майҙансыҡтары сафҡа инәсәк.
Көйәрмәндәр юлаевсыларҙың быйылғы миҙгелдәге уңышһыҙлыҡтарын да ғәфү итергә әҙер, әммә батарафлыҡты ғына түгел. Шуға ла улар, киләһе миҙгелдә команда өсөн янып торған, милли геройбыҙҙың исеменә тап төшөрмәгән уйынсылар ғына ҡалырға тейеш, тип иҫәпләй. Ә әлегә хоккей һөйөүселәргә Гагарин кубогы өсөн көрәшеүсе коллективтарҙың уйындарын ҡарарға һәм, әлбиттә, «Толпар» клубы өсөн янып көйөргә генә ҡала.
Илдар Байбулатов




