Хөкүмәттә комиссия ултырышы үтте. Белгестәр иҫәпләүенсә, йылғаларҙың боҙҙан әрселеүе 8-13 апрелдә көтөлә. Өфө янында Ағиҙел йылғаһы 750 сантимерт кимәлендә булырға тейеш. Яҙғы ташҡын көслө булған осраҡта, 250 ауыл һәм ҡаланы һыу баҫыуы ихтимал. Эҙемтәләрҙе бөтөрөү өсөн 20 меңдән ашыу ҡотҡарыусы йәлеп ителә, 5 мең берәмек транспорт һәм йөҙөү сараһы әҙерләнгән.






