Белгородта мәктәп уҡыусылары араһында химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы үтте. Унда беҙҙең республиканан 11 егет һәм ҡыҙ ҡатнашты. Анастасия Лаврёнова, Ләйлә Исмаилова, Родион Воронин, Артем Хәфизов һәм Тимур Муллағәлин олимпиада призерҙары булды. Уларға Республика Башлығы премияһы тапшырыла һәм профилле юғары уҡыу йортона ингәндә ҡабул итеү имтихандары тапшырырға кәрәкмәй. Йәш химиктар менән йыл дауамында “Аврора” һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге остаздары шөғөлләнде.




