Бындай мөмкинлек эшһеҙҙәр, пенсияға сығырға тороусылар һәм йәш әсәләргә бирелә. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников аңлатма бирә.
Быйыл “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты буйынса 3 меңдән ашыу кешене уҡытыу планлаштырыла. Бының өсөн ил ҡаҙнаһынан 200 миллион һум самаһы аҡса бүленгән.




